09:18 (UTC+5), 07 Декабрь 2016

«Башинформ» агентлығы хеҙмәткәрҙәре «Йыл журналисы» исеменә дәғүә итә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә республикалағы киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен һайлайҙар. Сараны Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Журналистар союзы ойоштора.
Еңеүселәр онлайн-тауыш биреү ярҙамында билдәләнә. Кандидаттар өсөн 1 декабрҙән 8-нә тиклем «Йыл журналисы», «Предприятиеның иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы бит», «Мәғлүмәттәр йәһәтенән иң асыҡ компания», «Иң яҡшы корпоратив баҫма» номинацияларында тауыш бирергә мөмкин.
«Йыл журналисы» номинацияһына 25-тән ашыу хәбәрсе тәҡдим ителгән. «Башинформ» агентлығы редакцияһы ете кандидат күрһәтте.
Ғәлиә Нәбиева һәм Арина Рәхимҡолова сәйәси темаларға яҙа.
Журналистар Ольга Мортазина һәм Галина Бахшиева иҡтисад, ауыл һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, хеҙмәт баҙары һәм мәшғүллек, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, эшҡыуарлыҡ, тышҡы бәйләнештәр темаларын яҡтырта.
Ксения Калинина криминаль яңылыҡтарҙы, енәйәттәрҙе һәм юл-транспорт ваҡиғаларын күҙәтеп бара.
Ләйлә Аралбаева республикабыҙҙың сәнғәтен һәм мәҙәниәтен яҡтырта. Автор шулай уҡ Башҡортостанда тыуып үҫкән, хәҙер иһә ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ҡаҙаныштары, йәки күләмле халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыусылар хаҡында яҙа.
Хәбәрсе Гөлфиә Акулова халыҡҡа социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен яҡтырта, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемалары, етем балалар тураһында яҙа.
Онлайн-тауыш биреү барышында «Йыл журналисы» исеменә өс дәғүәсе билдәләнә. Еңеүсене эксперт советы һайлай. Иң яҡшыларҙың исеме 15 декабрҙә «Версаль» ресторанында үтәсәк Матбуғат балында иғлан ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика