07:58 (UTC+5), 07 Декабря 2016

Бөгөн республикала сығарылыш класс уҡыусылары йомғаҡлау иншаһы яҙа

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн Башҡортостанда 18,5 меңдән ашыу сығарылыш класс уҡыусыһы йомғаҡлау иншаһы яҙа. Шуларҙың 300-гә яҡыны изложениены һайлаған. Улар — һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында белем алған үҫмерҙәр. Ике ижади эш тә Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу хоҡуғын бирә. Уҡыусылар иншаларҙың темаһын эш башланғанға 15 минут ҡалғас ҡына белде. Башҡортостан Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, уҡыусылар йомғаҡлау иншаһын (изложениены) республиканың белем биреү учреждениеларында яҙа.
Темалар сәғәт бүлкәттәре буйынса билдәләнгән. Башҡортостан уҡыусылары өсөн улар түбәндәгесә: Ҡасан күңел ярһыуҙарын тыйырға кәрәк? Ни өсөн кешегә үҙ намыҫына тап төшөрмәү мөһим? Философ Б.Спинозаның «Күңелде ҡорал менән түгел, һөйөү һәм миһырбанлылыҡ менән яулайҙар» тигән һүҙҙәрен нисек аңлайһығыҙ? Үҙеңдең хаталарыңды анализларға кәрәкме? Ысын дуҫ ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
Йомғаҡлау иншаһының һөҙөмтәләре 21 декабргә тиклем билдәле була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика