Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2016, 14:20

Төбәктә дауыл хәүефе иғлан ителгән

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда дауыл хәүефе иғлан ителгән. 6 декабрҙә һәм 7 декабрҙә төндә төбәктә урыны менән көслө буран сығыуы, ҡар яуыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы, республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ел көсәйгән осраҡта биналарҙан сыҡмаҫҡа, ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенергә кәңәш итә. Көслө елдән йорт стеналары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа материал киҫәктәренең төшөүе мөмкин. Шулай уҡ электр линиялары, туҡталыштар, реклама таҡталары, төҙөлөп бөтмәгән биналар, ағастар тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк. Йорттарҙа электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн тикшереү зарур.
«Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта, «112» ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк», — тип иҫкә төшөрә граждандарға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас