Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2016, 17:21
Синоптиктар был аҙнала төбәктә һауа торошоноң тотороҡһоҙ буласағын фаразлай
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Синоптиктар был аҙнала Башҡортостанда һауа торошоноң тотороҡһоҙ буласағын фаразлай. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә.
Шишәмбе, 6 декабрҙә, һәм шаршамбы, 7 декабрҙә, һауа температураһы төндә 12-17, айырым райондарҙа 22, көндөҙ 7-12, урыны менән 16 градусҡаса һалҡын.
Уҙған аҙнала ла шундай контраст һауа торошо күҙәтелде, тип йомғаҡ яһай синоптиктар. Осор башында һауа температураһы 0,+4 градусҡа тиклем күтәрелде, ямғыр, ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы, боҙлауыҡ булды. Артабан көндәр 20-29 градусҡаса һалҡынайтты. Үткән ял көндәрендә республиканың көньяҡ райондарында көслө ҡар яуҙы.
Дөйөм алғанда, декабрҙең тәүге декадаһында Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан 4-6 градусҡа түбән булыуы көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге.
Теги:
һауа торошо
башгидромет
Читайте нас