10:08 (UTC+5), 02 Декабря 2016

Республикала алты ҡатындың өс игеҙәк балаһы тыуған

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Быйыл Башҡортостанда алты ҡатын өс игеҙәк тапҡан. Ун бер айҙа төбәктә бөтәһе 44 426 сабый, 491 ғаиләлә игеҙәк донъяға килгән. Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе бала табыу сертификатын алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың балаларын иҫәпләгән.
Фонд мәғлүмәттәре буйынса, малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда яҡынса мең ярымға күберәк тыуған. Сабыйҙарҙың уртаса буйы — 52 сантиметр, уртаса ауырлығы — 3 килограмм 300 грамм. Әсәләрҙең уртаса йәше — 29. «Һуңғы йылдарҙа ғаиләлә икенсе һәм унан күберәк балаларҙың тыуыуы күҙәтелә. Икенсе балаһын тапҡан әсәләрҙең һаны дөйөм һандан 43,5 процент тәшкил итә», — тип билдәләнеләр бүлексәнең матбуғат хеҙмәтендә.
Ошо осорҙа «Бала табыу сертификаты» программаһын үтәү маҡсатында фондтың республика бүлексәһе медицина ойошмаларына хеҙмәттәргә түләү өсөн 522 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Медицина хеҙмәттәренә ҡатын-ҡыҙҙарға ауырлы саҡта, бала тапҡанда һәм унан һуң ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ тәүге йылда балаға медицина тикшереүен үткәреү инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика