Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2016, 15:55

Башҡортостанда Мәскәү янындағы алышта ҡатнашҡан 13 ветеран Рәсәй Президентынан ҡотлау хаты аласаҡ

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Мәскәү янындағы алышта ҡатнашҡан 13 ветеран Рәсәй Президентынан ҡотлау хаты аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй почтаһының төбәк бүлексәһендә хәбәр иттеләр. 5 декабрҙә Мәскәү янындағы алыштың 75 йыллығы билдәләнә. Ул саҡта совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә һәм Гитлер армияһын ҡыйрата.
Бөтәһе биш мең ветеранға ҡотлау хатын тапшырыу күҙаллана. 1941 йылда Мәскәү янындағы алышта ҡатнашыусыларҙың етәүһе — Өфөлә, ҡалғандары Мәләүездә, Межгорьела, Архангелдә, Баҡалыла, Ҡандрала һәм Белорет районының Үрге Әүжән ауылында йәшәй.
Читайте нас