11:15 (UTC+5), 01 Декабря 2016

Өфөлә иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә республиканың дәүләт наградалары тапшырылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 1 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Машиналар эшләү, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, физик культура һәм спорт, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад, телевидение, ведомство, электр селтәре, транспорт һәм юл тармаҡтарында эшләгән 61 хеҙмәткәр һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
«Был залға үҙҙәренең хеҙмәте һәм таланты менән республикабыҙ тормошон сағыуыраҡ, байыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ иткән һоҡланғыс кешеләр йыйылған. Бөгөнгө еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа йәмғиәтебеҙҙең ижади ҡеүәте илдең артабанғы үҫешенә ярҙам итә. Көслө Башҡортостан Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе булып ҡала. Санкцияларға һәм көрсөккә ҡарамайынса, республикабыҙ төрлө эксперттарҙың күңелһеҙ фараздарын кире ҡаға», — тип билдәләне Владимир Нагорный.
Сараға йыйылыусылар дәүләт наградаларына һөнәри оҫталыҡтары, намыҫлы хеҙмәттәре, фән, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәһен, социаль тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн лайыҡ булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. «Һеҙ — республиканың алтын фонды, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ», — тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика