07:15 (UTC+5), 01 Декабря 2016

Өфөләге Йылы күлдә тәү тапҡыр ҙур баклан күренде

Анатолий Григорьев, Илья Фролов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 27 ноябрҙә Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендәге Йылы күлдә тәү тапҡыр ҙур баклан күренде. «Был ҡышҡы осорҙа һыу ҡошоноң Өфөлә һәм Башҡортостанда тәүге тапҡыр осрауы», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Рәсәй Ҡоштарҙы һаҡлау союзының Үҙәк советы бюроһы рәйесе, Союздың Башҡортостан бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Полина Полежанкина.
Уның әйтеүенсә, мәҡәләләрҙә ҙур баклан тураһында мәғлүмәттәр аҙ. «Уны ХХ быуаттың 90-сы йылдар аҙағында Фёдоровка районының Бала Сытырман ауылы янындағы быуаларҙа, Ҡандракүлдә һәм Асылыкүлдә күргәндәр. Бәлки, тағы ла ҡайҙалыр осрағандыр. Әммә мәғлүмәттәр юҡ. Бала сығарыу осраҡтары теркәлмәгән, — тине Полина Полежанкина. — Беҙ бер ҙур бакланды ғына күрҙек».
Ҡош балыҡ менән туҡлана. Суҡышы ырғаҡ кеүек, табышын эләктереү өсөн бик уңайлы. Әле лә Ҡытайҙа һәм Японияла балыҡ тотоу өсөн бакландарҙы өйрәтәләр, тип билдәләне эксперт.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика