Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2016, 10:27

Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары менән осрашты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 29 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Халыҡ фронты – Рәсәй өсөн» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк штабы рәйестәштәре Эльвира Айытҡолова, Азат Фазлыев һәм Надежда Крылова, шулай уҡ Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин менән осрашты.
Осрашыу барышында штабтың 2016 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, йәмғиәттең һәм эшҡыуарлыҡтың власть менән үҙ-ара эш итеү өлкәһендәге эште яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәре тикшерелде.
Башҡортостан властары «фронтовиктарҙың» былтыр республика Башлығы менән осрашыуҙа яңғыраған тәҡдимдәренә ыңғай яуап бирҙе, тип билдәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова. Әлеге ваҡытта ошо мәсьәләләр уңышлы хәл ителгән.
Эльвира Айытҡолова мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса яңы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Шуларҙың береһе балалар һауыҡтырыу лагерҙарында ялды ойоштороу өлкәһендәге киҫкен мәсьәләләргә ҡағыла. Ул шулай уҡ ҡала ситендәге лагерҙарҙа эшләгән тәрбиәселәрҙең һәм вожатыйҙарҙың эш хаҡы түбән булыуын билдәләне, был квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙең етешмәүенә, медицина персоналының булмауына, тәрбиә эше кимәленең кәмеүенә килтерә.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова тормош сифатын күтәреү буйынса тәҡдимдәр хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты почтаһына граждандарҙан идара итеүсе компанияларҙың насар эшләүе тураһында мөрәжәғәттәр килә. Улар коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләнгән сумманы арттыра. Был мәсьәләне ентекле өйрәнергә кәрәк, тип билдәләне республика етәксеһе.
Надежда Крылова йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге балаларҙы бушлай туҡландырыу темаһына ла ҡағылды.
– Дөйөм алғанда, һөйләшеү һөҙөмтәле булды. Республика Башлығына тәҡдимдәребеҙҙе еткерҙек. Һөйләшеү аҙағында ул Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтын республикала хеҙмәт хаҡындағы айырма мәсьәләһенә йәлеп итеү йәһәтенән тәҡдимдәрен әйтте, – тип хәбәр итте Эльвира Айытҡолова осрашыу йомғаҡтары буйынса. – Һөйләшеү менән ҡәнәғәтбеҙ. Тәҡдимдәр 2017 йылда тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: