11:32 (UTC+5), 29 Ноября 2016

Декабрь күге республика халҡын сағыу йондоҙ ямғыры менән ҡыуандырасаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Декабрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе уҙып барған йылдың иң сағыу йондоҙ ямғыры көтә. Өфө планетарийы сайтында хәбәр итеүҙәренсә, Геминидтарҙы 6 декабрҙән 19-на тиклем күҙәтергә мөмкин.
Сәғәтенә 100-гә яҡын метеор яуыуы көтөлә. Геминидтар иң күп метеор ағымына ҡарай. Ҡайһы саҡта улар август айындағы Персеидтарҙы ла уҙып китә. Геминидтарҙың исеме Игеҙәктәр (Gemini) йондоҙлоғонан алынған. Ерҙән күҙәткәндә метеорҙар радиант тип аталған бер нөктәнән яуған кеүек тойола. Геминид радианты Игеҙәктәр йондоҙлоғоноң Кастор йондоҙо янындараҡ урынлашҡан.
Геминидтар — сағыштырмаса йәш метеор ағымы, беренсе тапҡыр ул 1862 йылда күҙәтелгән. Тәүҙә уның әүҙемлеге түбән була — күп тигәндә сәғәтенә 15-кә яҡын метеор. Һуңынан әүҙемлеге йылдан-йыл арта, хәҙер иһә Геминидтар йылдың иң көслө ағымдарына ҡарай.
Йондоҙ ямғырын ҡаланан ситтә күҙәтеү яҡшыраҡ. Бының өсөн бер ниндәй ҙә махсус ҡорамалдар талап ителмәй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика