11:54 (UTC+5), 28 Ноября 2016

«Башҡортостан» ДТРК-ның радиотапшырыуҙар хеҙмәтен билдәле журналист Ришат Миндияров етәкләне

«Башҡортостан» ДТРК-һы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Билдәле журналист Ришат Миндияров «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының төбәк редакцияһына «Рәсәй Башҡортостан радиоһы», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Маяк» радиоһы» ҡарай.
Ришат Миндияров 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курсында уҡығанда уҡ радиола эшләй башлай. Ул «Радио-2» каналының (хәҙер «Юлдаш» каналы) башланғысында тора, башҡортса тапшырыуҙар алып бара. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» программаһы авторы һәм алып барыусыһы, башҡорт телендәге мәғлүмәт тапшырыуҙары редакцияһының баш мөхәррире була. Быйыл ғинуар айында «Башҡортостан» ДТРК-на эшкә күсә, «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»нда — «Аҙна йомғаҡтары» һәм «Рәсәй 1 Башҡортостан» телеканалында «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуҙарын алып барыусы.
Юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
«Яҡын киләсәктә башҡорт телендә ошондай проекттар әҙерләргә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, «Ҡояшлы ҡала» балалар редакцияһына ярҙам итәсәкбеҙ һәм милли тапшырыуҙарҙы үҫтерәсәкбеҙ», — тип билдәләне Ришат Миндияров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика