04:55 (UTC+5), 25 Ноября 2016

Рөстәм Хәмитов «Роспечать» етәксеһе Михаил Сеславинский менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Михаил Сеславинский менән осрашты. Ведомство башлығы Өфөгә «ТЭФИ-Төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу өсөн килгәйне.
Осрашыуҙа шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов һәм «Рәсәй телевидениеһы академияһы» фонды президенты Александр Акопов ҡатнашты. Республикала телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде.
«ТЭФИ-Төбәк» конкурсына 560-тан ашыу эш килгән, шуға күрә быйыл ҡатнашыусылар араһында конкуренция бик ҙур, тип хәбәр итте Александр Акопов.
– Башҡортостан журналистары һигеҙ номинацияла тәҡдим ителгән: улар – «Башҡортостан» ДТРК-һы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Бөтә Өфө». Республика үҙен яҡшы яҡтан, бында юғары профессиональ журналистарҙың эшләүен күрһәтте, – тип билдәләне Рифат Сабитов. – Эшләү, йәшәү өсөн шарттар шәп. Мин бында беренсе тапҡыр түгел, күптәр иһә тәүгә килгән һәм беҙҙә шундай эш шарттары булдырылыуға хайран ҡалды. Барыһы ла һәйбәт килеп сыҡты һәм көткән өмөттәребеҙҙе аҡланы.
Республика телерадиокомпаниялары 2006 йылдан алып «ТЭФИ-Төбәк» конкурсында ҡатнаша һәм бер тапҡыр ҙа призһыҙ ҡалғандары юҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
– Был компанияларҙың бөтә йәһәттән дә яҡшы кимәлдә булыуҙары хаҡында һөйләй, – тине төбәк Башлығы. – Дөйөм алғанда, республикала гәзит, әҙәбиәт сығарыу буйынса күрһәткес дөйөм Рәсәй кимәленән бер аҙ юғарыраҡ. Нәшриәттәр эшләй, энциклопедия сығарыла. Мәҙәни йүнәлеш юғары кимәлдә ҡуйылған. Быйыл байтаҡ мәҙәни ваҡиғалар, конкурстар, фестивалдәр, осрашыуҙар булды.
Республика етәксеһе Өфөлә бөтә Рәсәй китап йәрминкәһен йәки нәшриәт эше менән шөғөлләнеүселәрҙең осрашыуын үткәрергә тәҡдим итте.
Осрашыу барышында яҡтар телерадиотапшырыуҙарҙың объекттарын яңыртыу, шул иҫәптән телеүҙәк бинаһын реконструкциялау мәсьәләләрен дә тикшерҙе.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика