Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2016, 15:28

Өфөлә юғары уҡыу йорттары студенттары балы үтә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында юғары уҡыу йорттары студенттары балы ойошторола. Сара дүшәмбе, 28 ноябрҙә була. Балда М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты студенттары ҡатнаша.
Төп бейеүҙәр — вальс, полонез, танго, полька. Кисә аҙағында ҡунаҡтар иң яҡшы парҙы һайлап, Королде һәм Королеваны бүләкләй. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡыҙҙар — ҡупшы күлдәк, егеттәр костюм йә иһә фрак кейеп килергә тейеш.
Сара киске 6-сы яртыла башлана, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт педагогия университетында.
Читайте нас