16:33 (UTC+5), 25 Ноября 2016

Баш ҡаланың Ленин майҙанында 30 метрлыҡ Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Өфө ҡалаһы хакимиәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөнөң Ленин майҙанында 30 метрлыҡ Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды. Уны Благовещен районынан алып килгәндәр. Алдағы көндәрҙә шыршыны биҙәү, майҙанда иһә боҙ ҡаласығын төҙөү башлана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, баш ҡаланың барлыҡ райондарын Яңы йыл шыршылары һәм боҙ ҡаласыҡтары биҙәйәсәк. Майҙандарҙы байрамса биҙәү эштәре әүҙем бара.
Тәүгеләрҙән булып шыршы Конгресс-холл янындағы «Ватан» этно-паркында ҡуйылды. Урман ҡупшыҡайын Нуриман районынан алып килгәндәр.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, быйыл «Ватан» паркы ысын әкиәт донъяһына әүереләсәк. Унда һырғалаҡ, тауҙар, концерт майҙансығы һәм Ҡыш бабай тирмәһе буласаҡ.
«Һоҡланғыс Башҡортостан-2017» проекты сиктәрендә төбәктә ошондай биш тирмә асыла. 7 декабрҙә Өфөгә Бөйөк Устюг ҡалаһынан Рәсәйҙең Ҡыш бабайы ҡунаҡҡа килә. Ул баш ҡалабыҙҙа башҡорт Ҡыш бабайы тирмәһен асыуҙа ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика