12:28 (UTC+5), 24 Ноября 2016

Рөстәм Хәмитов: «2025 йылға торлаҡҡа мохтаждар өсөн сират мәсьәләһен хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе. Сара 2025 йылға тиклем Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙы торлаҡ биналар менән тәьмин итеү буйынса программаның концепцияһын тикшереүгә арналды.
– Торлаҡ мәсьәләһе күптәр өсөн тәүге урында тора. Был – иң мөһиме, бигерәк тә ҡала халҡы өсөн. Беҙҙә 90 мең самаһы ғаилә иҫәпкә алынған, һәм йыл һайын яҡынса өс проценты ғына торлаҡ шарттарын яҡшырта. Сират кәмемәй, – тине төбәк етәксеһе. – Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн беҙгә башҡаса эшләргә кәрәк. Аҙ тәьмин ителгән граждандар өсөн льготалы кредитлау йәки сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау сараларын ҡарау зарур. Йәғни хәлде яҡшыртыу йәһәтенән системалы, эҙмә-эҙлекле эшләү мөһим.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный республика Башлығының башланғысы буйынса әҙерләнгән концепцияның төп идеялары хаҡында һөйләне.
– 2016 йылдың 1 ноябренә 89 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Бының өсөн 4,5 миллион квадрат метр социаль торлаҡ төҙөргә кәрәк, – тине вице-премьер. – Әлеге темптар менән барғанда ошо бурысты үтәү 25 йылға һуҙылыуы ихтимал.
Республика Хөкүмәте эште бер нисә этапта ойошторорға тәҡдим итә. Беренсе этапта (2017-2021 йылдар) – 2,3 миллион квадрат, икенсеһендә (2021-2025 йылдар) тағы ла 2,2 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡаралған. Программаның тәүге этабында граждандарға тәҡдим ителгән ярҙам итеү формаларын республиканың 11 муниципаль берәмегендә: Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Салауат, Ишембай, Яңауыл ҡалаларында, шулай у Өфө, Кушнаренко һәм Шишмә райондарында пилот проекттарын тормошҡа ашырғанда ҡулланыу күҙаллана. 2017-2021 йылдарҙа программаның финанс тәьминәтенең дөйөм күләме – 62,5, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһы аҡсаһы 17,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан Башлығы торлаҡ төҙөү өсөн бюджет аҡсаһын һаҡсылыраҡ тотонорға һәм торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһын әүҙемерәк индерергә саҡырҙы. Ул яңы торлаҡ программалары буйынса халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға ҡушты.
1 из 9
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика