13:00 (UTC+5), 24 Ноября 2016

Башҡортостан һылыуҡайы «Мисс Университет мира 2016» исеме өсөн көрәшә

Бәйләнештә
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Студенттар араһында ойошторолған «Мисс Университет мира 2016»(«World Miss University 2016») гүзәллек бәйгеһендә Башҡортостан исеменән «Краса Башкортостана 2016» республика матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе, «Мисс Башкортостан» агентлығы моделе Айза Кинйәкәева сығыш яһай.
Айза һөйләүенсә, ул спорт, атап әйткәндә, баскетбол һәм еңел атлетика менән мауыға. Спорт мастерлығына кандидат, 60, 100, 400 метрға еңел атлетикала ҡаршылыҡтар буйынса бер нисә тапҡыр Башҡортостан чемпионы.
Абруйлы сарала донъяның төрлө тарафтарынан талантлы һәм һөйкөмлө студент ҡыҙҙар ҡатнаша. Быйыл бәйге ике илдә: Көньяҡ Кореяла һәм Ҡытайҙа уҙғарыла. Конкурсты рәсми асыу тантанаһы — Шанхайҙа, финал иһә Пекинда үтә.
Айзаны ауыр һынау көтә — еңеүсе тажына 102 сибәркәй дәғүә итә. Улар конференцияларҙа һәм семинарҙарҙа ҡатнаша, ижади номерҙар менән сығыш яһай, үҙҙәренең иле, мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра, тип хәбәр иттеләр «Мисс Башкортостан» модель агентлығында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика