09:09 (UTC+5), 23 Ноября 2016

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәктә дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртә. 23 ноябрҙә көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең секундына 15-20 метрға етеүе көтөлә, тип хәбәр итә ведомство, республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап.
Ел көсәйгән осраҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы биналарҙан сыҡмаҫҡа, ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенергә кәңәш итә. Көслө елдән йорт стеналары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа материал киҫәктәренең төшөүе мөмкин. Шулай уҡ электр линиялары, туҡталыштар, реклама таҡталары, төҙөлөп бөтмәгән биналар, ағастар тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк. Электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн тикшереү зарур.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика