07:13 (UTC+5), 23 Ноября 2016

Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының финалы асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге Sheraton отелендә «ТЭФИ-Төбәк» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы асылды. Илдәге 150-нән ашыу телекомпания вәкилдәре бронза «Орфей» өсөн көрәшә. Финалды асыу тантанаһында «Рәсәй телевидениеһы академияһы» фондының генераль директоры Этери Левиева ҡатнашты. Төбәк журналистарының байтаҡ эштәре федераль каналдарға лайыҡ, улар юғары сифатлы, тип билдәләне ул. Сараны Рөстәм Ғәббәсов һәм Наилә Ғәләүетдинова алып барҙы.
Был көндә бында Санкт-Петербургта Бишенсе каналда «Төп» аналитик тапшырыуын алып барыусы Ника Стрижак, «Мәҙәниәт» каналы алып барыусыһы Владислав Флярковский ҙа булды. Әйткәндәй, ул Октябрьский ҡалаһында тыуған.
Финалсыларға дипломдар тапшырылды. 24 ноябрҙә иһә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы була.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, төп приз өсөн көрәштә Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша: «Мәғлүмәт сығарылышын алып барыусы» — Айгөл Кантюкова (Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостандағы филиалы); «Танып-белеү тапшырыуы» — «Уфимский городовой» проекты («Бөтә Өфө» телекомпанияһы); «Балалар өсөн тапшырыу» — «Ҡымыҙ юлы» (Башҡортостан юлдаш телеканалының «Тамыр» студияһы). Шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы республика филиалының «Яңы йыл мөғжизәһе» тигән эше финалға сыҡты. Репортаж «Еңеп сығыу» махсус номинацияһында тәҡдим ителгән.
Төбәк журналистары түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашасаҡ. Уларҙы билдәле хеҙмәттәштәре менән осрашыу көтә.
Быйыл бәйгегә 167 телекомпаниянан 545 эш килгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика