12:41 (UTC+5), 23 Ноября 2016

Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк 2016» конкурсында ҡатнашыусылар буласаҡ телепроекттар өсөн үҙенсәлекле идеялар тәҡдим итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 23 ноябрҙә Өфөлә жюри «ТЭФИ-Төбәк 2016» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы барышында уҙғарылған «Үҙенсәлекле телеидеялар питчингы» бәйгеһенең финалсыларын иғлан итте.
«Махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа барғым килә» («ОТС» телеканалы, Новосибирск ҡалаһы), «Планета буйынса күршеләр» («Усолье» телекомпанияһы, Усолье-Сибирск ҡалаһы), «Трэвел-бала ҡараусы» (Башҡортостан юлдаш телеканалы, журналист Светлана Лобанова) һәм «Ту жур. Ике журналистың көндәлеге» («Тамыр» телеканалы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы) проекттары — иң яҡшылар иҫәбендә.
Ижади эштәрҙе «Рәсәй телевидениеһы академияһы» фондының генераль директоры Этери Левиева, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, «Уолт Дисней Компани СНГ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Марина Жигалова-Озкан һәм «Телеканал 360 Подмосковье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Вячеслав Духин баһаланы.
Еңеүсенең исеме 24 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк тантанала билдәләнә.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика