11:06 (UTC+5), 22 Ноябрь 2016

Төбәктә грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһының эпидемик күтәрелеше ғинуар аҙағында көтөлә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең күтәрелеше ғинуар аҙағында – февраль баштарында көтөлә. Эпидемия 6-8 аҙна дауам итәсәк һәм март аҙағына тамамланасаҡ. Бөгөнгә республикала эпидемик сиктең артыуы теркәлмәгән, тип хәбәр итте «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы начальнигы урынбаҫары Галина Пермина.
«Прививка яһатыу — киҙеүҙе иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы. Башҡортостанда вакцинация кампанияһы сентябрь айында уҡ башланды. Кәрәкле күләмдә вакцина килтерелгән. Әлеге ваҡытта халыҡтың 38,5 проценты (1 миллион 756 мең кеше) грипҡа ҡаршы прививка эшләткән. Быйыл республика халҡының 40 процентына прививка яһау бурысы тора. Был кешеләрҙе киҙеүҙән һаҡлаясаҡ», — тине Галина Пермина.
Федераль үҙәктән төбәккә 1 миллион 470 мең доза вакцина килтерелгән, яҡынса 9,5 мең доза — республика ҡаҙнаһы, ҡалғандары предприятие һәм ойошмалар иҫәбенә һатып алынған.
«Роспотребнадзор»ҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөһрә Шаһиева әйтеүенсә, быйылғы миҙгелдә вирустың А I/Калифорния («сусҡа киҙеүе»), A II/Гонконг һәм B/Бризбон төрҙәре киң тараласаҡ.
Белгестәр алдан прививка эшләтергә кәңәш итә. Вирусҡа ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн ваҡыт (ике аҙнанан кәм түгел) талап ителә.
Былтыр 157 мең кеше сирләгән, шулар иҫәбенән 700 пациентҡа киҙеү диагнозы ҡуйылған.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика