12:08 (UTC+5), 22 Ноября 2016

Өфөлә Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай Конгресс-холл янындағы шыршыла уттар ҡабыҙа

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 7 декабрҙә Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәте барышында Яңы йылдың төп тылсымсыһы — Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай бәләкәстәр менән осрашыу өсөн Өфөгә килә.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Ҡыш бабай «Йортҡа әкиәт» социаль акцияһы йәрминкәһендә ҡатнаша, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа, Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәгенә бара. Бынан тыш, ул Конгресс-холл янындағы республика шыршыһында уттар ҡабыҙыу тантанаһында, шулай уҡ Ҡыш бабай тирмәһен асыуҙа ҡатнаша.
Яңы йыл персонажының Өфөгә сәфәре — «Бөйөк Устюг — Ҡыш бабайҙың тыуған төйәге» проектының бер өлөшө. Ҡыш бабай һәм уның командаһы илдең 20 төбәгендә буласаҡ. Ул 15 ноябрҙә юлға сыҡҡан. Әкиәти сәйәхәт 31 декабрҙә Мәскәүҙә тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика