12:53 (UTC+5), 22 Ноября 2016

Баш ҡалаға «ТЭФИ-Төбәк 2016» конкурсында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар килә башланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 22 ноябрҙә Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк 2016» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсын асыу тантанаһы була. Сара киске сәғәт 7-лә «Шератон» отелендә башлана.
Баш ҡалабыҙға бөтә илдән бәйгелә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар килә башланы. Бөгөн Өфөгә жюри ағзалары — алып барыусы Ника Стрижак һәм журналист Вячеслав Духин килде. Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
«Конкурсты асыу тантанаһында республика, баш ҡала һәм телерадиокомпания менән таныштырабыҙ, сөнки тап «Башҡортостан» ДТРК-һы сараны ойошторорға ярҙам итә. Концерт программаһы күбеһенсә этник номерҙарҙан тора. «Йатаған» этно-төркөмө, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Тауыш» проектында ҡатнашҡан Марсель Сабиров сығыш яһай», — тип хәбәр иттеләр Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы төбәк филиалының матбуғат хеҙмәтендә.
ТЭФИ еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 24 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Конкурста ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн тренингтар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, презентациялар, шулай уҡ мәҙәни-күңел асыу саралары ойоштороу ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика