12:20 (UTC+5), 21 Ноября 2016

Ямал башҡорттары халыҡ традицияларын һаҡлай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Ямал-Ненец автономиялы округында урындағы Башҡорт ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Унда Ямалдағы милли-мәҙәни автономияларҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашты һәм фекер алышты. Башҡортостандан конференцияла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев ҡатнашты.
Сара барышында Ноябрьскиҙың Музей ресурс үҙәгендә Башҡорт ҡоролтайының һәм татар-башҡорт милли-мәҙәни автономияларының ҡаҙаныштар күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Һуңынан пленар ултырышта делегаттар ойошмаларының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Һүҙ округтағы ҡалаларҙа һәм райондарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында барҙы. Төбәктә милли телевидение һәм радиотапшырыуҙарын һаҡлау, башҡорт телендә гәзит-журналдар сығарыу мәсьәләләре тикшерелде. Йәштәрҙе рухи һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһы ҡуҙғатылды.
Артабан конференцияла ҡатнашыусылар Интеллект үҙәгендә булды, унда Вельмир Аҙнаев ҡалаға уникаль китап — башҡорттарға арналған «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр» серияһынан коллектив монография бүләк итте. Ҡунаҡтар һәм делегаттар Ямал-Ненец автономиялы округындағы ҡалаларҙың милли ижади коллективтары әҙерләгән байрам концертын ҡараны. Конференцияның һуңғы көнөндә ҡатнашыусылар Ноябрьскиҙың Собор мәсетенә экскурсияға барҙы, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика