11:36 (UTC+5), 21 Ноября 2016

Республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары арта

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары күбәйә. Әлеге ваҡытта төбәктә белгестәр ошо осорға хас булғанса респиратор вирус инфекциялары менән сирләүҙең артыуын теркәй. Шуға ҡарамаҫтан, ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбән, тип хәбәр иттеләр «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығында.
Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка яһау дауам итә. Бөгөнгә халыҡтың 38,5 процентына — яҡынса 1,6 миллион кешегә прививка эшләнгән, шуларҙың 300 меңе — балалар. Шул иҫәптән 103,5 мең кеше — эш биреүселәр һәм үҙ иҫәбенә, ҡалғандары федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә прививка яһатҡан.
Белгестәр билдәләүенсә, киҙеүгә ҡаршы вакциналар быйылғы эпидемиологик миҙгелдә әүҙем булған вирус штаммынан һаҡлай.
Өфө дарыуханалары провизорҙары әйтеүенсә, вирусҡа ҡаршы препараттарға һорауҙың артыуы күҙәтелмәй.
«Дарыуҙар ғәҙәти режимда һатыла. Ҡала халҡы битлектәр һәм йүтәлгә ҡаршы кәнфиттәр һатып ала, — тип һөйләнеләр дарыуханаларҙың береһендә. — Дарыуханаларҙа вирусҡа ҡаршы дарыуҙар ҙа, антибиотиктар ҙа бар».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика