05:06 (UTC+5), 21 Ноября 2016

Рөстәм Хәмитов Нидерландтар архитекторы Йос Куйперс менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов архитектура, ҡала һәм ландшафт дизайны, мираҫты һаҡлау өлкәһендәге эксперт, «Cuijpers Consultancy» бюроһы (Нидерландтар) етәксеһе Йос Куйперс менән осрашты. Өфөлә архитектор «Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы» XII махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашты.
Яҡтар ҡаланы планлаштырыу, мәҙәни һәм тарихи мираҫ объекттарын һаҡлау мәсьәләләрен, шулай уҡ Өфөнө үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
– Республикала ҡала халҡы өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өҫтөндә эш алып барырға тырышабыҙ. Кешеләрҙең тораҡ пункттарҙа үҙҙәрен икенсерәк, иркенерәк тойоуҙарын теләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Үҙ ваҡытында ҡалалар сәнәғәт майҙансыҡтары – предприятие булараҡ төҙөлгән. Йәшәү өсөн шарттарға иғтибар ителмәгән. Бөгөн хәл үҙгәрә. Ҡала халҡының талаптары ғәҙел рәүештә арта. Тейешле йүнәлештә хәрәкәт башланды. Ҡала биләмәһендә ял итеү өсөн майҙандар, парктар, скверҙар төҙөлдө.
Ыңғай йүнәлештәр төҙөүселәр, бюрократик кәртәләр менән бәйле мәсьәләләргә лә осрай, тип билдәләне республика Башлығы.
Йос Куйперс уның эше ҡаланы планлаштырыу һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау менән бәйле булыуын әйтте. Шуға күрә ул Өфөнө ошо күҙлектән баһалай.
– Тарихи, мәҙәни туризмға килгәндә, хәҙер Өфөнөң хәле еңел түгел. Беренсе, артабан икенсе тарихи объектты емереү йәһәтенән ҙур проблема юҡ. Һөҙөмтәлә ул уртаса статистик ҡалаға әүерелә, – тине архитектор. – Ябай ҡала кешеләр өсөн генә түгел, туристар өсөн дә насар, сөнки улар һеҙгә килеүҙән туҡтаясаҡ. Бер кем дә Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан йәки Владивостоктан Өфөгә килмәйәсәк, улар быны үҙҙәренең ҡалаһында ла күрә ала. Туризмды үҫтереү өсөн булған тарихи объекттарҙы һаҡларға саҡырам.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика