Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2016, 14:42

Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады ойошторола

Өфө ҡалаһы хакимиәте
Өфө ҡалаһы хакимиәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 18 декабрҙә Өфөләге Олимпик-Парк майҙанында Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Яңы йыл парадында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнаша ала, бары тик Ҡыш бабайҙың костюмы кәрәк. Был хаҡта Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Программала мәҙәни, күңел асыу конкурстары, спорт ярыштары, шулай уҡ тауҙан шыуыу, арҡан тартышыу һәм йүгереү ҡаралған. Ҡомарлы ҡунаҡтарҙы быйма ташлау, тоҡ кейеп һикереү, «Тау батшаһы» кеүек боронғо уйындар көтә.
Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға сараны ойоштороусыларҙан һәм партнерҙарҙан бүләктәр тапшырыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт Өфө хакимиәтенең сайтында бирелгән.
Читайте нас: