12:03 (UTC+5), 18 Ноября 2016

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа томан төшөүе хаҡында иҫкәртә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан төшөүе хаҡында иҫкәртә. Юлдарҙа 2-4 километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Ведомствоның республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 19 ноябрҙә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә.
Республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 13-18, ҡайһы бер райондарҙа 23 градусҡа тиклем, көндөҙ 8-13 градус һалҡын. Көнсығыш райондарҙа төндә 23-28, көндөҙ 15-20 градус һыуыҡ. Иртәле-кисле юлдарҙа томан төшөүе фаразлана.
Федераль трассаларҙың юл япмаһын ремонтлау һәм реконструкциялау эштәре алып барылған участкаларында транспорт хәрәкәтенең ауырлашыуы, авариялар һанының артыуы ихтимал. Һауа шарттарына бәйле, М-5, М-7, Р-240 автомобиль юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары булыуы мөмкин, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика