11:30 (UTC+5), 18 Ноябрь 2016

Әсә көнө алдынан 40-ҡа яҡын гүзәл зат «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Әсә көнө алдынан Хөкүмәт йортонда күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Республикала йәшәгән 40-ҡа яҡын ҡатын-ҡыҙ Башҡортостан Башлығы исеменән «Әсәлек даны» миҙалын алды. Наградаларҙы һәм аҡсалата премияларҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов тапшырҙы.
Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы бүләкләү традицияһы 1998 йылда булдырыла. Был наградаға балаларын тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған, сәләмәт тормош алып барған күп балалы әсәләр тәҡдим ителә. Бөгөн Башҡортостанда ете меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо маҡтау билдәһе менән бүләкләнгән.
«Ошо көндәрҙә Өфөлә гүзәл зат вәкилдәренең хәйриә хәрәкәтенә арналған «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» форумы бара. Бөгөнгө бүләкләү тантанаһы әлеге сараны тулыландыра ғына, — тип мөрәжәғәт итте ҡатын-ҡыҙҙарға Салауат Сәғитов. — Һеҙҙең тормошҡа һәм балаларға мөнәсәбәтегеҙ ошондай юғары баһаға лайыҡ. Киләсәктә күңел һалып тәрбиәләгән балаларығыҙ һеҙгә изгелек менән яуап бирһен. Хөкүмәт исеменән шуны еткерергә теләйем: республикала әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау өсөн махсус саралар комплексы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан — балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү йәһәтенән илдә тәүгеләрҙең береһе. Бынан тыш, хәҙер уҡыусылар бер сменала белем алһын өсөн мәктәптәр төҙөү буйынса программа ғәмәлгә ашырыуға әҙерләнә».
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика