06:51 (UTC+5), 18 Ноября 2016

Өфөлә байрам кәйефе: Ленин урамында йәнә Яңы йыл уттары ҡабынды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң Ленин урамы төрлө уттар менән балҡыны. Йома, 18 ноябрҙә, бында Яңы йыл иллюминацияһы тоҡандырылды. Егерме меңдән ашыу лампочка өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына байрам кәйефе бүләк итәсәк. Гирлянданың дөйөм оҙонлоғо — 11 километр.
Ҡаланың тарихи үҙәгендә бындай уттар тәүге тапҡыр 2012 йылда барлыҡҡа килгәйне. Ул саҡта «Өфө ҡала яҡтылығы» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ҙур эш башҡарҙы. Ленин урамында 11 километрлыҡ гирлянда һуҙылды, 48 аҫылмалы һәм 28 яҡтылыҡ ҡабы ҡуйылды.
Декабрь башына бөтә ерҙә лә Яңы йыл уттары ҡабына, шулай уҡ биналарҙың витриналары һәм фасадтары байрамса биҙәлә.
Кисә Конгресс-холл янында баш ҡаланың төп Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды. Киров районы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, урман ҡупшыҡайын Нуриман районынан алып килгәндәр. Уның бейеклеге — 30 метр.
Ғәҙәттәгесә, бында ике ҙур тауы, һырғалағы булған боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә. «Ҡышҡы әкиәт»те биҙәү эштәре алдағы аҙналарҙа тамамланырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика