Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2016, 18:24

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда хәйриәлек яҡшы үҫешә»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» халыҡ-ара форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.
– Һуңғы йылдарҙа хәйриәлек ныҡлы үҫешә башланы. Бөгөн даими эшләгән фондтар бар. Хәйриәлек тирәләй интеллектуаль, хоҡуҡи мөхит булдырылған, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлеге ваҡытта хәйриәлек — ҡатын-ҡыҙҙарҙың ышаныслы, һиҙгер ҡулдарында. Был бик һәйбәт. Шәфҡәтлелек, изгелек, әсә һөйөүе балаларҙы ла, яҡындарҙы ла дауалай. Хәйриәлек ҡыйыулыҡ талап итә, сөнки һеҙгә ауыр яҙмышлы кешеләр менән осрашырға тура килә. Сирле балаларҙы, хәлһеҙ кешеләрҙе күрәһегеҙ, кеше ҡайғыһы менән осрашаһығыҙ. Һеҙ ҙур эш башҡараһығыҙ – ярҙам итәһегеҙ һәм бергәләп ауыр хәлдән сығыу юлын эҙләйһегеҙ.
Башҡортостанда хәйриәлекте үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, хәйриәлек яҡшы үҫешә. Беҙҙә республика Башлығы ҡарамағындағы хәйриәлек буйынса Совет эшләй. Ошо эшкә байтаҡ ресурстар йүнәлтелә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Маҡтанғым килмәй, әммә республикала хәйриәлек өсөн бүленгән аҡса йөҙҙәрсә миллион һумдар менән иҫәпләнә. Тимәк, меңдәрсә кеше үҙҙәренә кәрәкле ярҙам ала.
Ултырыш барышында төбәк Башлығы республика биләмәһендә хәйриәлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән дүрт ойошмаға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар иҫәбендә – Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды, Елена һәм Геннадий Тимченко фонды, «Йылмайыу операцияһы» йәмәғәт ойошмаһы, «Ғүмер һыҙаты» ауыр сирле балаларҙы ҡотҡарыу хәйриә фонды.
Читайте нас: