08:14 (UTC+5), 17 Ноябрь 2016

Илдең төп шыршы байрамына юлланыр алдынан республика балаларына киҙеүгә ҡаршы прививка яһала

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Мәскәүгә, илдең төп шыршы байрамына барасаҡ балалар мотлаҡ киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтергә тейеш. Уҡыусыларҙы Кремль шыршыһына ғына түгел, республика Яңы йыл шыршыһына әҙерләгәндә лә ошо талап ҡуйыла, тип хәбәр итте төбәктең медицина ойошмалары етәкселәре менән үткән селектор кәңәшмәһендә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова.
22 декабрҙә Өфөлә уҡыу алдынғылары, спорт ярыштары еңеүселәре, ижади конкурс лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр өсөн республика Яңы йыл шыршыһы үткәрелә. Унда 511 бала ҡатнаша. 26 декабрҙә уҙасаҡ Кремль шыршыһына республиканан 114 уҡыусы бара. Унда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре, Волга буйы федераль округындағы кадет корпустары уҡыусылары саҡырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика