Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2016, 15:39

Һыуыҡ көндәрҙә республика уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Һыуыҡ көндәрҙә Башҡортостан уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин. Һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә, башланғыс, 28-30 градус һыуыҡ булһа, урта, 31 градустан түбән икән, өлкән класс уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа рөхсәт ителә.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, республикала аҙна аҙағына тиклем һалҡын буласаҡ. Төньяҡта һәм көнсығышта һауа температураһының 30 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ошо көндәрҙә ҡайһы бер райондарҙа температура 35-36 градусҡа тиклем түбәнәйҙе.
Читайте нас