12:44 (UTC+5), 15 Ноября 2016

Өфөлә Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең иң яҡшы хирургтары йөҙ-яңаҡ кәмселектәре булған балаларға операция яһай

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә, Республика балалар клиник дауаханаһында, сираттағы «Йылмайыу операцияһы» хәйриә акцияһы башланды. Акция барышында тыумыштан йөҙ-яңаҡ кәмселектәре булған балаларға бушлай һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә. Быйыл сара «Ҡатындар диалогы. Сикһеҙ шәфҡәтлелек» тип аталған халыҡ-ара форум сиктәрендә ойошторола.
«Йылмайыу операцияһы» Рәсәйҙә 1995 йылдан алып үткәрелә. Өфөлә иһә өсөнсө тапҡыр уҙа. Быйыл хәйриә акцияһы ирекмәндәре сифатында баш ҡалаға яңаҡ-йөҙ хирургияһы өлкәһе белгестәре, шул иҫәптән АҠШ һәм Вьетнамдан табиптар килгән. Улар аҙна буйына Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 50-гә яҡын балаға операция яһаясаҡ.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын Башҡортостанда яңаҡ-йөҙөндә кәмселектәре булған 200 самаһы сабый тыуа. «Әле ике меңдән ашыуы Республика балалар клиник дауаханаһында диспансер иҫәптә тора. Улар араһында операцияға мохтаждар һәм операциянан һуң күҙәтеү аҫтында торған пациенттар ҙа бар. Йыл һайын 100-120 бала тикшереү үтә, 45-60 балаға тәүге тапҡыр һәм яңынан операция эшләнә», — тип һөйләне журналистар менән осрашыуҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Эльза Сыртланова.
«Акция сиратты кәметергә мөмкинлек бирә, сөнки шундай кәмселектәре булған балалар бик күп, — тип билдәләне Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин. — Башҡа ҡалалар менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеүоперацияларҙың сифатын яҡшырта, уларҙы камиллаштыра. Быйыл акцияға ошо өлкәләге белгестәрҙең белемен арттырыу маҡсатында белем биреү компоненты индерелгән. Медицина йүнәлешендәге оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар ҡаралған. Дәрестәр республиканың бөтә медиктары өсөн трансляцияланасаҡ».
Бынан тыш, «Йылмайыу операцияһы» хәйриә акцияһы барышында Республика балалар клиник дауаханаһында «Изгелек һәм тыныслыҡ бүлмәһе» асылған, унда психолог балаға һәм ата-әсәләргә операцияға әҙерләнергә ярҙам итә.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика