Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2016, 16:46

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы температураның 30 градусҡа тиклем түбәнәйеүе хаҡында хәбәр итә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы температураның 30 градусҡа тиклем түбәнәйеүе тураһында хәбәр итә. Ведомствоның республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 15 ноябрҙә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, көндөҙ яуым-төшөм булмаясаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә — 15-20, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа — 25-30, көндөҙ 11-16 градус һалҡын.
Юлдарҙа күреү мөмкинлеге яҡшы, айырым урындарҙа — боҙлауыҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында һыуыҡтан һаҡланыу саралары тураһында һөйләнеләр.
Читайте нас