Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2016, 17:43

Синоптиктар был аҙнала көндәрҙең һыуытасағын фаразлай

автор
автор
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала яуым-төшөм кәмей, һауа температураһы түбәнәйә башлай.
Төнгө сәғәттәрҙә 15-20 градусҡаса һалҡынайта, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа 20-30 градус һыуыҡ булыуы ихтимал. Көндөҙ — 12-17, төньяҡ-көнсығышта 21 градусҡа тиклем һалҡын. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ көтөлә.
«Һалҡын масса төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш ағым менән килә башлай, шул арҡала төбәктә көндәр һалҡынайта. Аҙна аҙағында йылы фронттың яҡынлашыуы һөҙөмтәһендә һауа температураһы бер аҙ күтәрелә, яуым-төшөм ихтималлығы арта», — тип һөйләне Башгидрометтың матбуғат секретары Гөлназ Закирова.
Читайте нас