10:32 (UTC+5), 14 Ноября 2016

Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса идаралыҡты Илһам Фәтҡуллин етәкләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ ойошторолдо.
Идаралыҡ «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында»ғы Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль закондың 1-се статьяһының 11-се пунктына ярашлы республиканың башҡарма власть органдары структураларын камиллаштырыу маҡсатында булдырылған.
Төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, файҙаланыу, популярлаштырыу һәм дәүләт һаҡлауы буйынса алып барған эштәре яңы ведомствоға тапшырыла.
Республика Башлығының икенсе Указы менән Илһам Фәтҡуллин Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Илһам Зөфәр улы Фәтҡуллин 1981 йылдың 7 февралендә Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Тарих фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт юлын 1998 йылда «Башҡортостан» ДТРК-ның телевидение студияһында мөхәррир булып башлай.
2005–2006 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының Ватан тарихы кафедраһы ассистенты.
2006–2008 йылдарҙа – Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтендәге мәғлүмәт һәм аналитика бүлегенең баш белгесе.
2008–2009 йылдарҙа – Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтендәге биләмәләр һәм йәмәғәт үҙидаралары менән эшләү буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары – мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе.
2009 йылда – Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтендәге биләмәләр һәм йәмәғәт үҙидаралары менән эшләү буйынса идаралыҡтың мәғлүмәт һәм аналитика бүлегендә баш белгес.
2009-2010 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендәге эксперт-аналитика идаралығының социаль өлкәне тикшереү бүлегендә төп белгес.
2010–2012 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ярҙамсыһы.
2012–2016 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт һәм йәмәғәт берекмәләре менән хеҙмәттәшлек итеү бүлеге мөдире.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика