Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2016, 16:27
Төбәк журналистарының телепроекттары – «Үҙенсәлекле телеидеялар питчингы» бөтә Рәсәй конкурсы финалында
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй телевидениеһы академияһы «ТЭФИ-Төбәк» сиктәрендә уҙғарылған «Үҙенсәлекле телеидеялар питчингы» махсус конкурсының финалсыларын иғлан итте. Дүрт финалсы иҫәбендә – Өфөнән икәү.
«Рәсәйҙәге телепроекттың иң яҡшы идеяһы» исеменә дәғүә иткән эштәрҙең береһен «Телешко» телевидение мәктәбенең авторҙар коллективы: Рөстәм Аҙнабаев һәм Руслан Фаршатов, шулай уҡ ун беренсе класс уҡыусылары Илья Черепанов һәм Владимир Саргсян тәҡдим иткән. Һуңғылары йылдан ашыу «Тамыр» телеканалының «Тау-тау хәбәр» тапшырыуында эшләй һәм махсус репортаждар төшөрә. Аҙаҡҡы эштәрҙең береһе – «Иволга» йәштәр форумының эше тураһында фильм. Уларҙың проекты «Ту жур» тип атала. Был — яңы эш башлаған ике журналистың мажаралары хаҡында реалити-шоу. Уларға көн һайын теге йәки был ваҡиға тураһында телевизион сюжет төшөрөү бурысы ҡуйыла.
2012 йылда Ҡазанда Рөстәм Аҙнабаев һәм Руслан Фаршатов «Ҙур сумаҙан» тигән проект менән «Идеялар питчингы» конкурсында еңгәйне.
«Бала менән сәйәхәт итеү» тип аталған икенсе проекттың авторы – билдәле алып барыусы, Башҡортостан юлдаш телеканалының яңылыҡтар хеҙмәте мөхәррире, «ТЭФИ-Төбәк» премияһы лауреаты, «Мәғлүмәт тапшырыуын алып барыусы» номинацияһында бронза Орфейға эйә булған Светлана Лобанова. Ул – сәйәхәттәр тураһында программа авторы. Маҡсаты – ябай турист һәм балалы турист күҙлегенән яңы урындар менән таныштырыу.
Питчинг яңы исемдәр асыуҙы, тапшырыуҙар уйлап сығарыуҙы, яңы проекттар менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Рәсәй телевидениеһы академияһы фондының эксперт советы һайлап алған проекттарҙы яҡлау «ТЭФИ-Төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының финалы сиктәрендә 24 ноябрҙә Өфөлә уҙа.
Теги:
телевидение
Читайте нас