08:54 (UTC+5), 10 Ноябрь 2016

Республикала полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. 1715 йылда Петр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәтен булдыра һәм уны «полиция» тип атай, грек теленән тәржемә иткәндә «дәүләт менән идара итеү» тигәнде аңлата.
Был көндәрҙә Башҡортостанда, ғәҙәттәгесә, байрам концерттары, яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү, ветерандарҙы ҡотлау ойошторола. Полицейскийҙар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәрен дә иҫкә ала. Күптәре байрамды эш урынында ҡаршылай. Минут һайын полицияның патруль-пост хеҙмәте, оператив бүлек, ЮХХДИ, ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре республика халҡының тыныслығын һаҡлай.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе, эске хеҙмәт генерал-майоры Константин Толкачёв хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Парламент спикеры 30 йылдан ашыу Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт иткән.
«Полиция хеҙмәткәрҙәрен, хеҙмәттәш офицерҙарҙы байрам менән ҡотлайым, уларға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм эштәрендә уңыштар теләйем! Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе йөрәк ҡушыуы буйынса органдарға килгән һәм ваҡытын, һаулығын йәлләмәйенсә ошо эшкә бар көсөн һала», — тиелә Константин Толкачёвтың мөрәжәғәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика