13:06 (UTC+5), 10 Ноября 2016

Башҡортостандың ике университеты илдең иң яҡшы вуздары исемлегенә инде

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республиканың ике юғары уҡыу йорто — Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты — Рәсәйҙең иң яҡшы 60-тан ашыу вузы исемлегенә инде. Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мультимедиялы матбуғат үҙәге үткәргән тикшереү шундай һөҙөмтәләр бирҙе.
Агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, 503 университет баһаланған. Университет эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттең асыҡлығы, белем биреү эшмәкәрлеге шарттарының уңайлылығы, уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең әҙәпле һәм компетентлы, студенттарҙың белем сифаты менән ҡәнәғәт булыуҙары иҫәпкә алынған.
Эксперттар мәғариф ойошмаларының сайттарын һәм уларҙа педагогик хеҙмәткәрҙәр хаҡында мәғлүмәттәр барлығын, студенттарҙың бүлек хеҙмәткәрҙәре һәм хакимиәт менән телефон һәм электрон почта аша үҙ-ара эш итеүен тикшергән. Белем биреү тәжрибәһе студенттарҙан, уларҙың ата-әсәләренән һәм вуз уҡытыусыларынан һорау алыу нигеҙендә баһаланған. Юғары уҡыу йорттарында өҫтәмә белем биреү программаларының һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлек булыуы — мөһим шарт. Һорау алыуҙа 108 кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 80 проценттан ашыуы — студенттар.
Бөтә мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, вуздың интеграль күрһәткесе булдырылған. Башҡорт дәүләт университетында ул — 81,85, Өфө дәүләт авиация техник университетында 81,02 тәшкил иткән. Республикалағы башҡа вуздарҙың да эштәре тикшерелгән, әммә улар аҙ балл йыйған һәм йомғаҡлау исемлегенә инмәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика