Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2016, 16:22

Башҡортостанда аборттар һаны йылдан-йыл кәмей бара

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда аборттар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы биш йылда аборттар һаны — 28,1, быйыл туғыҙ айҙа 7,9 процентҡа кәмегән.
Башҡортостанда демографик хәлдә ыңғай йүнәлештәр һаҡлана, тип билдәләнеләр ведомствола. 2016 йылдың туғыҙ айында 42 меңдән ашыу сабый тыуған, республика буйынса тыуым күрһәткесе мең кешегә — 14, шул иҫәптән ҡала ерендә — 15, ауылда 12 тәшкил иткән. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе — 6,0, был былтырғы ошо осорҙан 21 процентҡа кәмерәк.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында балаларҙың тышҡы сәбәптәр арҡаһында үлеменә ҙур иғтибар бүленә. Улар иҫәбендә — йәрәхәтләнеү, һыуға батыу, һөрөм газы менән ағыуланыу, бейеклектән ҡолап төшөү осраҡтары.
«Балалар үлемен иҫкәртеү буйынса ведомство-ара эш итеүҙе яйға һалырға, ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара советтарҙың һөҙөмтәлелеген күтәрергә кәрәк», — тип иҫәпләй Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова.
Читайте нас