05:03 (UTC+5), 09 Ноябрь 2016

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 8 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Ике сәғәтлек аралашыу барышында республика етәксеһенә бер нисә ҡала һәм район кешеләре мөрәжәғәт итте. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына тейешле бурыстар йөкмәтелде.
Мәҫәлән, пенсионер Виктор Пелисов Белорет районының Отнурок ауылы халҡы исеменән Рөстәм Хәмитовҡа тораҡ пунктта электр тапшырыу линияларының булмауы хаҡында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, 80 йыллыҡ тарихы булған ауыл әле һаман XX быуат башындағы кеүек көн итә. Эргәләге «таш» йылғала «Юғалған экспедиция» һәм башҡа билдәле совет фильмдары төшөрөлгән. Халыҡтың электр приборҙары, һыуытҡыстары эшләмәй, телевидение, көнкүреш шарттары юҡ. Өҫтәүенә ауылда ике фермер хужалығы, «Малиновка» турбазаһы эшләй.
Рөстәм Хәмитов Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов менән бәйләнешкә сыҡты, ул әлеге ваҡытта «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Отнурок ауылына электр үткәреү мәсьәләһен тикшереүҙәре, проект-смета документацияһын әҙерләүҙәре тураһында хәбәр итте. Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа муниципалитет менән берлектә эштәрҙе финанслау варианттарын әҙерләргә ҡушты һәм 2017 йылда ауылға электр энергияһы бирелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика