06:06 (UTC+5), 09 Ноября 2016

«Рәсәй Башҡортостан» телеканалының репортажы «ТЭФИ-Төбәк 2016» премияһының махсус призына дәғүә итә

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Спорт хәбәрсеһе Зилә Афзалованың «Яңы йыл мөғжизәһе» тип аталған эше (операторҙары — Илшат Ҡаҙаҡҡолов һәм Урал Шәрипов, компьютер графикаһы рәссамы — Вилдан Магомедов) Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының финалына сыҡты. Репортаж «Еңеп сығыу» тигән махсус номинацияла баһаланды, унда спорт менән шөғөлләнгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында иң яҡшы 24 тапшырыу тәҡдим ителгән.
Төп герой Кемран Парталиев онкология сире менән ауырый, әммә күптәнге хыялы — хоккейсы булыуы теләге үҫмергә ҡурҡыныс сир менән көрәшкәндә көс бирә.
Финалсылар араһында «Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалының баш мөхәррире Айгөл Кантюкова ла бар.
Бронза «Орфей» өсөн көрәштә Башҡортостан телевидениеһының башҡа вәкилдәре лә ҡатнаша.
«Мәғлүмәт сығарылышын алып барыусы» номинацияһында — Айгөл Кантюкова (Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостандағы филиалы); «Танып-белеү тапшырыуы» — «Уфимский городовой» проекты («Бөтә Өфө» телекомпанияһы); «Балалар өсөн тапшырыу» — «Ҡымыҙ юлы» (Башҡортостан юлдаш телеканалының «Тамыр» студияһы).
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 24 ноябрҙә Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика