Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2016, 15:27

Өфөлә мосолман мәғарифын үҫтереүҙең иң яҡшы традицияларын дауам итәләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» тигән IX халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция бара. Быйылғы форум «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 110 йыллығына арналған. Баш ҡалаға илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Марокко, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Мысыр, Малайзия, Ираҡ, Иордания, Тунис һәм Төркиәнән 150-нән ашыу ҡунаҡ килгән.
Ҡатнашыусыларҙы төбәк етәксеһе исеменән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков сәләмләне. Республикала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә әүҙем тикшеренеү эше алып барыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
«Илдә мосолман мәғарифын үҫтереү буйынса комплекслы программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Өфөлә дини уҡыу йорттары илебеҙҙең ошо өлкәләге иң яҡшы традицияларын дауам итә, — тине Вячеслав Пятков. — Республика һәм Волга буйы федераль округы имамдарының, дини ойошма хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйынса эш юғары баһаланды. Артабан да Рәсәйҙәге исламдың күп быуатлыҡ гуманистик традицияларын дауам итеү, дини белем биреүҙе үҫтереү, илдә конфессия-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу мөһим».
Вячеслав Пятков дини белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн уҡыу йорттары вәкилдәренә почет грамоталары тапшырҙы.
Конференция барышында «Донъяла ислам мәғарифының киләсәге», «Күп мәҙәниәтле йәмғиәттә Рәсәйҙәге традицион исламдың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре», «Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре: төбәктәрҙең конструктив тәжрибәһе», «Ислам һәм йәштәр: тәрбиәләүҙең һәм социалләштереүҙең мөһим мәсьәләләре» тигән темаларға бер нисә секция ултырышы уҙа.
Читайте нас: