06:02 (UTC+5), 08 Ноября 2016

Республика халҡының 36 проценты киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 7 ноябргә ҡарата Башҡортостан халҡының 36 проценттан ашыуы йәки 1,470 миллиондан күберәк кеше киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Шуларҙың 1,103 миллионға яҡыны – өлкәндәр һәм 282 меңдән ашыуы – балалар.
Шул иҫәптән, 86 мең кеше – эш биреүселәр һәм үҙ иҫәбенә, ҡалғандары федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә прививка яһатҡан.
«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, республика биләмәһендә киҫкен респиратор инфекциялары менән сирләү осраҡтарының артыуы билдәләнә, киҙеү әлегә теркәлмәгән. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбән.
Киҙеүгә ҡаршы вакциналар быйылғы эпидемиологик миҙгелдә әүҙем булған вирус штаммынан һаҡлай.
Сирҙең тәүге билдәләре беленеү менән өйҙә ҡалырға һәм тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙаллы дауаланырға кәңәш ителмәй, тип билдәләнеләр ведомствола.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика