05:16 (UTC+5), 08 Ноября 2016

Башҡортостанда Экология йылының эмблемаһы раҫланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 2017 йылдың — Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының эмблемаһы раҫланды. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Эмблема Башҡортостан флагы төҫтәрендә төшөрөлгән. Төп график фигура — алтыҡыр милли кәсеп булараҡ умартасылыҡты символлаштыра. Ҡортсолоҡ менән экологик яҡтан таҙа, шул иҫәптән махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә генә шөғөлләнәләр.
График фигура — бер үк ваҡытта үҫентене, ҡошто һәм кешене символлаштырған башҡорт милли орнаментының элементы төп символ булып тора. Шулай итеп, тәбиғәттәге тереклектең үҙ-ара бәйләнеше, фән булараҡ экологияның әһәмиәте асылған.
Конкурс комиссияһы Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының слоганын да һайлаған. «Таҙа. Яҡлаусыһыҙ. Һинең ҡулдарыңда…» тигән слоган иң яҡшыһы тип танылған.
Эмблеманың һәм слогандың авторы — дизайнер Александр Курлянов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика