Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2016, 14:33

Өфөлә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үтә

автор
автор
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Социология көҙгөһөндә Башҡортостан Республикаһында милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр» тип аталған түңәрәк өҫтәл үтә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залына бөтә республиканан милли-мәҙәни үҙәктәрҙең етәкселәре, дәүләт власы органдары, фәнни-эксперт берләшмәләре, дини конфессияларҙың вәкилдәре йыйылды.
Сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге ойошторған. Түңәрәк өҫтәл Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған.
«Тәүге тапҡыр бөтәһе алдында үҙебеҙҙең һәм хеҙмәттәштәребеҙҙең 2011 йылдан алып барған тикшеренеү һөҙөмтәләрен иғлан итәбеҙ, — тип билдәләне Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов. — Ошо мәсьәләлә ыңғай динамика күҙәтелә. Республика халҡы ла әүәлгесә бер-береһенә толерантлы һәм милләт-ара, конфессия-ара өлкәһендәге хәлде ыңғай баһалай. Бөгөн халыҡтың 80 проценттан ашыуы быны раҫлай. Фәнни-эксперт берләшмәһенең фекере (быйыл йәй уларҙан да һорау алдыҡ) халыҡтыҡы менән тап килә. Әлеге мәлгә хәлдәр ҡыуанырлыҡ һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан ошо һөҙөмтәләрҙе иғлан итергә булдыҡ».
Сарала Рәсәй Милләттәр эше буйынса федераль агентлығының мониторинг идаралығы кәңәшсеһе Софья Бережкова ҡатнаша. Ул ил төбәктәрендә алып барылған ҙур эш хаҡында һөйләне. Этноконфессия мөнәсәбәттәре торошона мониторинг беренсе тапҡыр яңыса үткәрелә.
«Башҡортостан — үҙенсәлекле төбәк. Бөгөн республика биләмәһендә 160 милләт 20 төрҙән ашыу дин тота, 12 дини үҙәк бар, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков. — Беҙҙә дини ойошмалар, конфессиялар араһында аңлашыу теле табылған».
Башҡортостанда ошо йүнәлештә саралар, пилот проекттары ойошторола, йәштәр менән эш алып барыла, тип билдәләне спикер. Республиканың тәжрибәһе башҡа төбәктәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Читайте нас: