11:48 (UTC+5), 02 Ноября 2016

Владимир Путин Өфөнөң химия уҡытыусыһына «Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы» исемен бирҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге 42-се лицейҙың химия уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина «Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды. Маҡтаулы исем биреү тураһындағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.
Лиза Әғәҙуллина илдә белем биреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ошондай юғары исемгә лайыҡ булған.
Белешмә. Лиза Әғәҙуллина Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы (2008), Рәсәйҙең (2004) һәм Башҡортостандың (1996) атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре (2004) тигән маҡтаулы исемдәргә эйә. Бөрө педагогия институтын тамамлағас, Салауат районы Малаяҙ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Төрлө йылдарҙа — Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбендә директор урынбаҫары, Ҡыйғы мәғариф бүлегендә методик кабинет мөдире, Өфөләге 27-се урта мәктәптә уҡытыусы. Лиза Әғәҙуллина 42-се лицейҙа 1996 йылдан бирле эшләй, ике тапҡыр Сорос грантына эйә булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика