05:22 (UTC+5), 02 Ноябрь 2016

Өфөлә инновациялы проекттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә «Инновациялар буйынса белешмә 2.0» акселерация программаһының инновациялы проекттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Программаның генераль партнеры — Рәсәй венчур компанияһы. 1 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов еңеүсе проект авторҙарына дипломдар тапшырҙы һәм GenerationS конкурсы финалсылары менән аралашты. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең асыштары хаҡында һөйләне, инновацияларҙы тормошҡа ашырғанда килеп тыуған проблемалары менән бүлеште. Дмитрий Шаронов республика Хөкүмәте яғынан административ һәм мәғлүмәти йәһәттән ярҙам күрһәтеү буйынса һорауҙарҙы иғтибарға алды.
Былтыр программала 70 проект ҡатнашҡан, улар араһында өс инновация еңеү яулаған. Быйыл — 130 самаһы, араларынан 30-ға яҡын лайыҡлы проект билдәләнгән.
«Ҡатнашыусылар белем ала. Автор яңы продукт уйлап сығара, әммә инвесторға уның тураһында математик формулалар менән һөйләй башлай. Уға икенсе пландағы мәғлүмәт кәрәк: ҡайҙа һатыла, ни өсөн, был продукт нимәһе менән яҡшы. Инвесторҙы инновация менән дөрөҫ таныштырыу мөһим. Ҡайһы берҙә авторҙар бер йүнәлешкә генә иғтибарын йүнәлтә, ә әлеге программа офоҡтарын киңәйтә», — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
«Инновациялар буйынса белешмә 2.0» акселерация программаһының инновациялы проекттар конкурсы һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды «Облачная школа» проекты алды (авторҙары — Руслан Кәримов, Владислав Дмитриев, Айрат Шәйәхмәтов). Икенсе урынды «Забойный вертлюг D-Swivel» (авторы — Сухраб Хадиев) һәм «СВЧ-влагомер твердых сыпучих и жидких материалов агропромышленного комплекса» (авторы — Анна Ковалева) инновациялары бүлеште. Өсөнсөлә — «Virtuactions — Аттракционы виртуальной реальности» (авторҙары — Никита Анищенко, Григорий Исаков) проекты.
«Инновациялар буйынса белешмә 2.0» программаһы — инновациялы проекттарҙы һәм яңы технологик бизнесты тиҙ үҫтереү, шулай уҡ уларҙың авторҙарын уҡытыу төбәк программаһы. Башҡортостанда ул икенсе йыл рәттән үткәрелә. Программала республика биләмәһендә тормошҡа ашырылған төрлө стадиялағы һәм йүнәлештәге инновациялы проект авторҙары ҡатнаша ала. 2016 йыл йомғаҡтарына ярашлы, «Инновациялар буйынса белешмә 2.0» GenerationS федераль конкурсына килгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй венчур компанияһының тәүге биш партнеры иҫәбенә ингән.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика