11:57 (UTC+5), 01 Ноябрь 2016

Өфөлә бөтә илдән йыйылған йәш журналистар интервью алырға һәм тура эфирҙа эшләргә өйрәнәсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Балаларға камера бирҙеләр» I Бөтә Рәсәй медиафестивале эш башланы. Өс көн буйына 17 ҡаланан килгән йәш журналист телевидение, радио, интернет-журналистика, фотовидеоблогинг кеүек өлкәләрҙә тәжрибә туплаясаҡ. Сараны «Телешко» телевидение мәктәбе һәм «Тамыр» телеканалы ойошторған. Медиатренерҙар сифатында режиссер, алып барыусы, «Мәрйен» студияһы директоры (Мәскәү) Александр Романов, «Disney» һәм «Карусель» телеканалдары өсөн проекттар режиссеры Антон Михалев, «Физрук» сериалының монтажлау режиссеры Ирина Бычкова, «Карусель» телеканалы алып барыусыһы Сергей Друзьяк, блогер Оксана Мамонтова, оператор Владимир Жилко саҡырылған.
Өфөгә Салехард, Чебоксар, Ярославль, Ревда, Санкт-Петербург, Советск, Тольятти, Азов, Һамар, Ярославль ҡалаларынан 1-11 класс уҡыусылары килгән. Һәр ҡатнашыусыға тура эфирға сығыу, мәғлүмәт сюжетын төшөрөү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек бирелә. Баш ҡалалағы телеканалдар һәм радиостанциялар йәш журналистарға, операторҙарға, режиссерҙарға эфир ваҡыты бүлә. Бөгөн, 1 ноябрҙә, бер уҡыусы Башҡортостан юлдаш телеканалында «Өфө ваҡыты» тапшырыуын алып барырға ярҙам итә. Йәш хәбәрселәрҙе «Бөтә Өфө», «Рәсәй-1. Башҡортостан» һәм ҡаланың «UTV» каналдарында ла күрергә мөмкин.
«Балалар бер нисә көнгә Өфөләге бөтә телеканалдарҙы берләштерәсәк. Фестивалдең тренинг майҙансығы йәш журналистар өсөн әһәмиәтле булыр һәм Өфөлә яңы йондоҙсоҡтар ҡабыныр, тип ышанғы килә. Киләсәктә ошо фестиваль матур йолаға әүерелер һәм баш ҡалабыҙ балалар журналистикаһы үҙәгенә әйләнер тигән ышаныстабыҙ», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында фестиваль етәксеһе, «Телешко» балалар телевидение мәктәбе директоры, «Тамыр» телеканалының баш режиссеры Рөстәм Аҙнабаев.
Фестиваль программаһында төрлө оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Александр Романов нисек интервью алыу һәм 30 секунд эсендә тамашасылар иғтибарын йәлеп итеү хаҡында һөйләйәсәк, Оксана Мамонтова кадрҙағы ым-ишараға өйрәтәсәк, Өфө блогеры Эдгар Багдасарян YouTube сервисында шәхси блогты урынлаштырыу технологияһын күрһәтәсәк, оператор Владимир Жилко коптер менән эшләү нескәлектәренә төшөндөрәсәк. Бынан тыш, фестиваль барышында ҡатнашыусылар араһында кадр эсендә монтаж менән стендап буйынса донъя чемпионаты ойошторола һәм еңеүсе билдәләнә. Шулай уҡ балалар музыкаль видеоклип төшөрәсәк, актер, «Кухня» һәм «Мамочки» сериалдары йондоҙо Сергей Лавыгин менән матбуғат конференцияһын үткәрәсәк.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика