09:37 (UTC+5), 01 Ноября 2016

Башҡортостан студенттары — Бөтә Рәсәй ауыл йәштәре слетында иң яҡшылары

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Барнаул ҡалаһында үткән VIII Бөтә Рәсәй ауыл йәштәре слетында һәм X Бөтә Рәсәй юғары уҡыу йорттарының студент отрядтары слетында иң яҡшылар иҫәбенә инде.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, слетта 35 төбәктән 400-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Улар араһында студент отрядтары ветерандары, агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге йәш эшҡыуарҙар, аграр уҡыу йорттары хакимиәттәре һәм власть органдары вәкилдәре бар. Башҡорт дәүләт аграр университеты исеменән «Башаҡ» студент отряды хәрәкәте ветераны Рим Әбләев, штаб командиры һәм комиссары Азат Шәрәфетдинов һәм Илмир Мөрсәлимов ҡатнашты.
Быйылғы эш йомғаҡтары буйынса аграр университет «Студент отрядтары эшен ойошторған иң яҡшы юғары уҡыу йорттары» номинацияһында өсөнсө булды. Уҡыу йортоноң «Шәфҡәтле йөрәк» ирекмәндәр отряды «Шефлыҡ ярҙамын ойоштороу» номинацияһында беренсе урын алды.
Бынан тыш, Азат Шәрәфетдинов Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вуздары штабтары араһында «Иң яҡшы штаб командиры» номинацияһында еңеүсе тип танылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика